Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙең теләге тормошҡа ашһын!

Стәрлебаш районынан “Фунтик” позывнойлы егет менән ялға ҡайтҡан сағында ошо тарафтарға командировка мәлендә күрештек. Былтыр сентябрь айында мобилизация менән махсус хәрби операцияға юлланған был егет бала саҡта ниндәй булды икән. тигән һорауымды әңгәмәбеҙ башында уҡ бирҙем. –Мәктәптә уҡығанда бик шаян малай була торғайным. Иң оҡшаған дәрестәрем физкультура, хеҙмәт ине. Саңғыла уҙышырға, футбол уйнарға яраттым, төрлө ярыштарға ла йөрөнөм. Ауылда иң текә тауҙан шыуыу айырыуса ҡыҙыҡ һымаҡ ине. Шунан шыуып төшәм тип, саңғыларымды ла һындырып бөттөм , – тип бала сағын хәтерләүҙән башланды һөйләшеүебеҙ. Ул замандағы һәр егет һымаҡ армияға барыу хыялы менән дә яна. Туғандары араһында барыһы ла хеҙмәт иткәс, хәрби хеҙмәтте ул үҙенең мотлаҡ бурысы итеп һанай. Әйткәндәй, уның ҡарт олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, аяғы ҡаты яраланып ҡайта. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылда бригадир булып эшләй. Олатаһындағы илһөйәрлек рухы ейәнендә лә һис кенә кәм түгел. Мәскәү өлкәһендә ике йыл механик-водитель булып хеҙмәт итеп, тормош сынығыуы алып тыуған яғына ҡайта “Фунтик”. –Армия – ул сынығыу мәктәбе. Унда булғандан һуң тормошҡа ла бөтөнләй башҡаса ҡарай башлайһың. Минең өсөн дә хәрби хеҙмәттең файҙаһы ҙур булды, – тине әңгәмәсем. Һуңынан егеттә контракт буйынса ла хеҙмәт итеү теләге була. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында ул тормошҡа ашмай ҡала. Шуғамы махсус -хәрби операция башланғас, повестка алыу менән унда бер икеләнеү ҙә булмай. –Мин киләсәктә тыуған еремдә йәшәргә теләйем. Бармай ҡалһам, аҙаҡ нисек итеп яҡташтарымдың күҙенә ҡарар инем. Тыуған илем саҡырған икән, бер һүҙһеҙ уны ҡабул иттем. Әсәйем генә илап алды, – тип һөйләне егет. Тәүҙә Пенза ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә, аҙаҡ махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡайҙа ғына булмаһын һәр ваҡыт яҡташтарының терәген ярҙамын тоя, был иһә рухты нығыта, йөрәккә көс өҫтәй. –Район хакимиәте тарафынан ныҡлы ярҙам тойола, бының өсөн ҙур рәхмәт. Район хакимиәте башлығы үҙе Пензаға ла , махсус хәрби операция биләмәһенә лә килде. Нимә кәрәк тип ҡыҙыҡһынып торалар. Ялға ҡайтҡан саҡта ла кәрәкле әйберҙәрҙе биреп ебәрәләр, йылы свитер, шапкаларға тиклем әҙерләп ҡуялар. Ғөмүмән Башҡортостандан ярҙам көслө. Ләкин нимә ебәрһәләр ҙә башҡа тарафтарҙан килгән егеттәр менән дә бүлешәбеҙ. Улар ярҙам алһа, беҙгә лә өлөш сығаралар. Унда барыбыҙ ҙа туғанлашып бөткәнбеҙ. Ниндәй милләттән булыуың да мөһим түгел, ҙур бер ғаилә һымаҡбыҙ, – тип һөйләне яугир. Сит тарафтарҙа яҡташтарҙың, ауылдаштарҙың ҡәҙере айырыуса ныҡ тойола. Тыуған яҡ тураһында һөйләшеп алһалар ҙа күңелдәре баҫыла. Махсус хәрби операция хис -тойғоларға бирелерлек урын түгел. Унда һәр ваҡыт уяу, иғтибарлы булыр кәрәк. Эсмәгән, тартмаған, көтөлмәгән хәлдәрҙә лә юғалып ҡаламаған Стәрлебаш егете унда ла үҙенең урынын таба. Яңыса тормошҡа ла “Фунтик”күптән өйрәнеп бөткән. Ялға ул хәҙер өсөнсө тапҡыр ҡайтҡан. Тәүгеһе февраль айында, унан һуң июлдә тыуған яғын күреп, яҡындары менән аралашыу форсаты тейгән. Стәрлебаш егетенең ҡаһарманлығын данлап күкрәген наградарлары биҙәй. “Отважный” тигән билдә, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” тигән миҙал батыр егеткә килешеп тора. –Ауылда, тыуған яҡта шул тиклем рәхәт. Ошо рәхәтлектең йәштәр ҡәҙерен белһендәр ине. Уҡыһындар, спорт менән шөғөлләнһендәр. Иң мөһиме илдә тыныслыҡ урынлашһын, – тигән теләктәрен дә белдерҙе. Кешене хыялдар, алға маҡсаттар йәшәтә. Стәрлебаштың ҡурҡыу белмәҫ егетенең дә махсус -хәрби операциянан һуң тыуған яғына ҡайтҡас тормошҡа ашыраһы изге уй-ниәттәре бар. -Быға тиклем районда водитель булып эшләгәйнем. Әле хәрби-операцияла ҡатнашыу күңелемә ҡотҡарыусы һөнәренең яҡын булыуын аңларға ярҙам итте. Миңә кешеләргә ярҙам итеү оҡшай. Шуға киләсәктә үҙемде ҡотҡарыусы һөнәрендә лә һынап ҡарағым килә, –тине ул. Стәрлебаш яугиренең был һөнәрҙә һынатмауына шигебеҙ юҡ. Иң мөһиме иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Хәйерле юлдар теләйбеҙ уға һәм барлыҡ һалдаттарыбыҙға. Автор фотоһы.