Кәбеҫтәләрегеҙ быйыл уңдымы? Улайһа, һеҙҙең өсөн би шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ. Кәбеҫтәнән тураманы ҡайнар маринадта эшләйбеҙ. Бының өсөн өс литрлыҡ банкаға кәрәк була: Кәбеҫтә-1 уртаса ҙурлыҡтаКишер - ҙурыраҡ бер данаҺарымһаҡ -3 тешБашлы һуған 1-2 данаҠыҙыл болгар боросо 1-2 данаЙәшелсә тәменсәТоҙлоҡ өсөн:Һыу 1,5 литрТоҙ 2 аш ҡалағы.Үҫемлек майы 1/2 стакан.Шәкәр 4 аш ҡалағыУксус 70% -1 аш ҡалағыКәбеҫтә,кишер, һарымһаҡ , һуған , борос һәм йәшелсәләрҙе турап, мискәгә һалып яҡшылап болғатып банкаға тултырабыҙ. Һыуға тоҙ, үҫемлек майы, шәкәр һәм һеркә һалып тоҙлоҡ ҡайнатабыҙ.Ҡайнап сыҡҡан тоҙлоҡто банкаға ҡоябыҙ, ҡапҡас (пластик) менән ябып ҡуябыҙ. Әгәр оҙаҡ һаҡларға кәрәк икән тимер ҡапҡас ябабыҙ.Бер тәүлек, тулыһынса һыуынғансы, өҫтөн ябып ҡалдырып торабыҙ. Ҡыш көнө был салаттың тәмлелеге, кәбеҫтәләрегеҙ шул көйөнсә генә һаҡланасаҡ. Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән