Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йөрәктәрҙе һыҡраттың, Алмас...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бик талантлы һәм дәртле, гармунда өҙҙөрөп уйнаған, йырлаған һәм бейегән Белорет районы егете Алмас Хужин күптән түгел махсус хәрби операцияла һәләк булды. Бар яҡлап талантлы сәнғәт оҫтаһы тураһында бик күп матур хәтирәләр баҫылды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева ла үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Алмас Хужин тураһында түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған. "Мин был турала яҙырға тейеш түгел инем, дөрөҫөрәге, уның эше, уңыштары, бейеүҙәре тураһында һөйләр инем. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙем интернет селтәрен ялмап алған яман хәбәр - Алмас Хужиндың үлеме хаҡында. Алмас күп тапҡырҙар "Байыҡ" бәйгеһендә ҡатнашты. Жюри ағзаларынан кемдер уны һөйкөмлө, кемдер мөләйем тине... Ә тамашасылар халыҡсан бейеүсе тип алҡышланы. Һуңғы һөйләшеүҙә ул яңғыҙ бейеү менән килеп Гран- при алырға вәғәҙә бирҙе... Тик, яҙмыштың беҙ көтмәгән икенсе пландары булған! Алмас Хужин махсус хәрби операцияла һәләк булды. Мин йөрәгемде ҡулыма тотоп, тамашасыларға уның һуңғы бейеүен иғлан итәм... Тыныс йоҡла, һөймәлекле, халыҡсан замандашым! "Байыҡ" бәйгеһен ойоштороусылар, бейеүселәр, тамашасылар һине илап, һыҡтап оҙатабыҙ.... Урының ожмахтың иң түрендә булһын!"- тип яҙған Рита Өмөтбаева. Бына тигән талантлы егетебеҙҙең арабыҙҙан китеүенә әле булһа күңел ышанмай... Йәнең йәннәттә булһын! Фото һәм видео: "Ҡурай" каналынан