30 сентябрҙә Сухумиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжанияның Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр делегациялары етәкселәре менән берлектәге осрашыуында ҡатнашты. - Абхазия халҡы өсөн мөһим был көндә һеҙҙе сәләмләүемә бик шатмын. Барығыҙға ла бөгөн беҙҙең менән бергә булыуығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Күп йылдар дауамында һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тойҙоҡ. Абхазия һәр ваҡыт һеҙҙе көтә, – тине Аслан Бжания, осрашыуҙы асып. Башҡортостан Башлығы республиканың Абхазия менән берлектәге проекттарын артабан үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Дуҫлығыбыҙ йылдар менән генә иҫәпләнмәй - шуныһы мөһим. Абхазия өсөн ауыр көндәрҙә Башҡортостан халҡы уларға дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙы. Был, тәү сиратта, табиптарҙың ярҙамы, гуманитар ярҙам булды, – тине Радий Хәбиров. - Һәм беҙ һеҙҙең менән дуҫлыҡты нығытырға ниәтләйбеҙ. Абхазия халҡына именлек, сәскә атыу һәм барыһы ла яҡшы булыуын теләйбеҙ. Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан менән Абхазияны ниҙәр бәйләүе хаҡы