Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кейәү менән кәләш иҫән ҡалған да бит...

Ираҡ туйындағы оло фажиғә бар донъяны тетрәндерҙе. Унда йөҙәрләгән кеше янып, төтөнгә сәсәп һәләк булды, унан да күберәге зыян күреп, дауаханаға оҙатылды. Кейәү менән кәләштең дә янып үлеүе тураһында яҙылғайны. Һуңғы яңылыҡтар буйынса, улар иҫән ҡалған. Ут кейәү менән кәләштең яй бейеүе мәлендә фейерверктарҙан башланып китә һәм ҡот осҡос тиҙлектә түбәләге пластик япма буйлап үрмәләй, ябыҡ бинаны әсе төтөнгә күмә. Янғын башланғас залда ығы-зығы тыуа, кешеләр тырым-тыраҡай йүгерешә башлай. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса кейәү менән кәләш, 113 ҡунаҡ үлә, 150-һе зыян күрә. “Унда бер нәмә лә күреп булманы. Тонсоға башлағас нисек сығырға белмәнек”, - тип һөйләй саҡ ҡотолған 17 йәшлек ҡунаҡ. Был банкет залында туйҙар йыш үткәрелгән, әммә бер генә лә авариялы сығыу урыны, шулай уҡ янғын һүндереү ҡорамалы ла булмай. Икенсе көнөнә кейәү менән кәләштең иҫән булыуы асыҡлана, улар кухня яғынан сығып ҡотола. Кейәү егеттең – Ревандың - туйҙа әсәһе һәләк булған, ә кәләштең - Ханиндың - бөтә ғаиләһе тиерлек юҡҡа сыҡҡан: өс ағаһы, ата-әсәһе яғынан бабайҙары, ике туған ҡусты-һеңлеләре... Ҡараҡошта бөтәһе 30 мең кеше йәшәй. Ә туйға меңләгән ҡунаҡ йыйылған, уларҙың күптәре янған бинанан сыға алмай... Был фажиғә ҡалалағы һәр ғаиләгә тиерлек ҡағылған. Ерләүҙәр нисәнсе көн тоташ бара. Ҡайһы берҙәренең кемлеге һаман асыҡланмаған. Был фажиғә барыһын да һиҫкәндергәндер: сараларҙа яныусан әйберҙәрҙе - пиротехниканы һаҡлыҡ менән ҡулланырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен теүәл үтәргә кәрәклекте хәтерҙән сығармаҫ, уйланырға мәжбүр итер, моғайын. Һаҡланғанды Аллам һаҡлар, тиҙәр бит. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.