Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙ батырын һуңғы юлға оҙаттылар...

Баймаҡтар батыр улдарының береһен юғалтты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Махсус хәрби операция барышында яу бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән яҡташыбыҙ Әбүбәкеров Хәлил Фиҙай улын һуңғы юлға оҙатыу барыбыҙ өсөн дә бик ауыр ҡайғы.Хәлил Фиҙай улы ил ғәме, халыҡ мәнфәғәте менән йәшәп өйрәнгән, көслө рухлы ир-егет, патриот булараҡ, илебеҙгә хәүеф янаған ваҡытта ситтә ятып ҡала алмай. Беҙ уны аңлайбыҙ һәм бар йөрәктән уның был батырҙарға ғына хас аҙымын хөрмәт итәбеҙ.Хәлил Фиҙай улы “Ватан” башҡорт артиллерия отряды сафында неонацистар менән намыҫлы көрәшә. Ҡасандыр шул уҡ ерҙәрҙә нацизм менән алышҡан ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәй, биргән антына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала", - тип яҙған район башлығы. Беҙ ҙә Хәлил Әбүбәкеровтың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәне йәннәттә булһын! Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.