Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Полина Гагарина уны һайлаған

Мәләүез ҡыҙы музыкаль шоуҙа икенсе этапҡа үткән 17 йәшлек Мәләүез ҡыҙы Мария Мирова Нюшаның ”Только” йырын башҡарған һәм “Поединок” этабында еңеп, артабан үткән. Уның көнәркәшсеһе Грант Меликян ”Бер мөхәббәт тарихы”н башҡарған. Ике йырсы ла Полина Гагарина командаһынан, ә уңыш беҙҙең яҡташ ҡыҙға йылмайған – Полина уға өҫтөнлөк биргән. Ҡыҙҙың сығышы Егор Кридтың да, үҙе әйтмешләй, ”йөрәк ҡылдарын сирткән”. Ә Дима Билан уларҙың фекеренә ҡушылмаған һәм ҡыҙ икенсе йырҙа үҙен нығыраҡ аса алыр ине тип белдергән. 2015 йылда Мария Мирова “Голос. Дети” проектының икенсе миҙгеле ҡатнашыусыһы булғайны. Ул ваҡытта ҡыҙҙың наставнигы Дима Билан булды һәм ул ярымфиналға тиклем етте. Яҡташыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ! Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.