Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәйәүле автобустан тапалған

Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамында йәйәүле автобустан тапалған. Мәғлүмәттәр буйынса, “ТСК Пушкинский - Роддом” маршруты буйынса барған автобусҡа идара иткән 40 йәшлек водитель 62 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Ул юлды тыйылған урындан сығып барған. Юл-транспорт һәләкәте урынына “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡыртҡандар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ирҙең үлемен раҫларға ғына ҡалған. Салондағы ҡалған пассажирҙар зыян күрмәгән. Һәләкәт урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Юлдарҙа рулдәгеләргә лә, йәйәүлеләргә лә үтә иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.