Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Бишле" ҡуйҙылар

Башҡортостандың баш ҡалаһында Транспорт министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзалары «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты (национальный проект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә үткәрелгән Шәфиев урамы участкаһындағы ремонт сифатын тикшерҙе. Был хаҡта БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Милли проект буйынса Парк урамынан Шәфиев урамындағы 14-се торлаҡ йорт ихатаһына боролоуға тиклем юл ремонтланған. Ярты километр дауамында япманы фрезерлау, ситенән таштар ҡороу, тротуарҙы һәм йәйәүлеләр биләмәһен ремонтлау, термопластиктан юл билдәләре ҡуйыу башҡарылған. Йәмәғәтселәр ремонт сифатын «бишле»гә баһалаған. – Был юл Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына һәм 40-сы мәктәпкә алып бара. Бында йәмәғәт транспорты туҡталыштары бар. Тротуарҙар паркка инеү зонаһы кеүек үк йыһазландырылған, - тип билдәләне Транспорт министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитов. Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте фотоһы.