Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәләкәй Ямантауға "Башҡортостан" гәзите флагын мендерҙек

"Башҡортостан" гәзите коллективы йыл һайын республикабыҙҙың билдәле урындарында булырға тырыша. Быйыл беҙ Белорет районының иң матур, таулы һәм урманлы урынында - Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында булдыҡ. Сара "Урманды һаҡлайыҡ" Бөтә Рәсәй экологик акция сиктәрендә ойошторолдо. Был ҡурсаулыҡ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ҙурҙар иҫәбендә. Уның республиканың тәбиғәтен, Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Унда республикала аҡҡан бер нисә ҙур йылға ла башланғыс ала. Ҡурсаулыҡ - ябыҡ биләмә, әммә унда рекреацион эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса туристарға ла маршрут булдырылған. Йәғни теләгән һәр кеше Белорет районының Рәүәт ауылында урынлашҡан ҡурсаулыҡтың административ бинаһына килеп, рөхсәт алып, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында Бәләкәй Ямантау тауына артыла ала. "Башҡортостан" гәзите коллективы ла ошо мөмкинлектән файҙаланып, Бәләкәй Ямантауға күтәрелде һәм унда гәзит флагын елберҙәтте. Тәьҫораттар иҫ киткес шәп, ә тейелмәгән тәбиғәттең матурлығы ябай һүҙҙәр менән генә аңлатып бөткөһөҙ. Шуға ла һеҙгә лә унда барырға һәм был хозурлыҡты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә тәҡдим итәбеҙ. Ҡурсаулыҡ директоры Фәнүр Хажиғәле улы Әлибаевҡа һәм барлыҡ коллективҡа ошо ҡабатланмаҫ матурлыҡты киләсәк быуын өсөн һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Автор фотолары.