Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аструм” сауҙа комплексында махсус хәрби операция зонаһына селтәрҙәр тейәлгән гуманитар ылауҙы оҙаттылар. Комплекс директоры Илфат Ниғмәтуллин әйтеүенсә, быныһы - сираттағы өсөнсө акция һәм иң эреһе. Дөйөм майҙаны 2640 квадрат метр тәшкил иткән 440 селтәр алғы һыҙыҡҡа юл алды. Ирекмәндәр көсө менән бөтәһе 1,5 миллион һумлыҡ селтәр әҙерләнгән. Ылауҙың тағы бер үҙенсәлеге шунда: ул тулыһынса ҡала диндарҙарының хәйриә аҡсаһына тупланған. Бер нисә аҙна дауамында пенсионерҙар, хеҙмәткәрҙәр, студенттар буш ваҡыттарында сәғәттәр буйы туҡыманы таҫмаларға ҡырҡты, маскировкалау селтәрҙәре үрҙе, тип хәбәр итә “Стерлитамакский рабочий” гәзите. – Был селтәрҙәрҙе фронттың дүрт йүнәлеше буйынса алғы һыҙыҡҡа илтәсәкбеҙ. Уның билдәле адресы юҡ, контрактсылар өсөн дә, мобилизацияланғандар өсөн дә, Башҡортостан батальондары өсөн дә... – тине “Набат ”Союзы” йәмғиәте етәксеһе Илдус Манапов. “Бөгөн иң мөһим әйберҙәрҙең береһе ул – селтәр, – ти ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов.– Был проект төрлө милләт, дин һәм социаль төркөм кешеләрен берләштерҙе, селтәрҙәр алғы һыҙыҡтағы тиҫтәләгән егеттең ғүмерен һаҡлап алып ҡалды. Әле беҙ яңы ылау әҙерләйбеҙ, 15 октябрҙә оҙатырға уйлайбыҙ”,– тине Павел Николаевич үҙенең сығышында. Эльвира Рәхимова фотолары.