Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Оло кешелә аҡыл һайығыуы ҡасан башлана?

Академик Бехтерев әйткәнсә, ғүмер юлдарында аҡылыңды төрлө яҡҡа таратып ташламай ғына үлеп китеү бәхете 20 процент кешегә генә бирелә, ҡалған 80 проценты ҡартайғас та был донъянан зәһәр холоҡло йәки үтә бер ҡатлы “маразматик”тар булып китеп барасаҡ. Ошо 20 процент араһына инеп китеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк һуң? Бер ҡараһаң, ғәжәп: йәш саҡта беҙ ҡартайғас та тыныс йәшәү, бер проблемаһыҙ көн күреү өсөн көнө-төнө эшләйбеҙ, ғәмәлдә киреһенсә килеп сыға – эшебеҙ аҙайған һәм көсөргәнешлек кәмегән һайын үҙебеҙгә үҙебеҙ зыян килтерә башлайбыҙ. Тәмле ашарға, туйғансы йоҡларға... Аҡыл эше кроссвордтар сисеүгә генә ҡайтып ҡала... Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡтағыларға талаптарҙы арттырғандан-арттырабыҙ, туҡтауһыҙ мыжыйбыҙ... Шәхес менән ысынбарлыҡ араһындағы упҡын тәрәнәйә бара. Хәтер насарая, фекер йөрөтөү һәләте көсһөҙләнә. Аҡыл һайығыуы кинәт кенә килмәй, ул аҡрынлап башлана. Уның башланыуының билдәләре түбәндәгесә: Тәнҡитте ауыр ҡабул итәһегеҙ, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙы тәнҡитләү – һеҙҙең өсөн көндәлек эш. Яңыны ҡабул итергә яратмайһығыҙ. Заманса телефон моделен өйрәнеүгә ҡарағанда, иҫкеһен ремонтлатып алырға тырышаһығыҙ. “Ә элек шулай ине...” тип ҡабатларға яратаһығыҙ, элекке замандарҙы һағынаһығыҙ. Әңгәмәсегеҙҙең һеҙҙе тыңларға бик үк теләге булмаһа ла, үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡлы күренгән хәл-ваҡиғаны һөйләп ҡалырға ынтылаһығыҙ. Етди йәки ғилми әҙәбиәтте уҡығанда уның йөкмәткеһенә үтеп инеүе ауыр, текстың уртаһына еткәндә, башын онотаһығыҙ. Үҙегеҙ бер ҡасан да ҡатнашмаған йәки элек өйрәнмәгән темаларға фәлсәфә һатырға яратаһығыҙ, шул иҫәптән – сәйәсәт, иҡтисад, шиғриәт... Башҡалар һеҙ һөйләгән менән мотлаҡ килешергә тейеш тип иҫәпләйһегеҙ. Шуныһы билдәле: ҡартайғас та аҡыл һәләте ярайһы уҡ юғары килеш һаҡланған кешеләр – фән һәм сәнғәт әһелдәре. Икенсе төрлө әйткәндә, хеҙмәт бурыстарына ярашлы, туҡтауһыҙ аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә тейеш булғандар. Улар тормоштан артта ҡалмаҫҡа, һәр саҡ хәбәрҙар булырға ынтыла, башҡаса йәшәй ҙә алмайҙар. Кәңәштәр ҙә улар өлгөһөндә бирелә: Һәр ике-өс йыл һайын ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнергә тырышығыҙ. Йәштәр менән күберәк аралашырға ынтылығыҙ. Уларҙың һеҙҙән нимәлер өйрәнергә тырышыуы – уларҙың эше, ә бына һеҙ ҙә уларҙан заманса әйберҙәрҙе отоп ала барырға тейешһегеҙ. Интернеттан йәки башҡа сығанаҡтарҙан интеллектуаль мәсьәлә, тест табырға һәм уларҙы сисергә ынтылығыҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Физик күнекмәләр аҡылға һайығырға форсат бирмәй. Хәтерләү һәләтен юғалтмаҫҡа кәрәк: элек белгән шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөргә, таныш-белештең телефон номерҙарын яттан белергә һәм онотмаҫҡа тырышығыҙ һ.б. Бер үк ғәҙәттәргә йәбешеп ятмаҫҡа тырышығыҙ. Бөгөнгө көнөгөҙ кисәгенән саҡ ҡына булһа ла айырылып торорға тейеш. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.