“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Талбазы үҙәк район дауаханаһының поликлиникаһына һанлы “Маммоскан” маммографы урынлаштырылды. Ошо ваҡыттан алып тикшереүҙе бер меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ үтте, өсәүһе һөт биҙе яман шеше булыу ихтималлығын асыҡлау өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрелде. Маммография – һөт биҙен аҙ ғына дозалағы рентген нуры ярҙамында тикшереү. Яңы ҡорамал тикшереүҙәрҙе төрлө проекцияларҙа тикшерергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә белгестәр шештәрҙе оператив рәүештә асыҡлай һәм тейешле дауаны тәғәйенләй ала. Был тикшереү–һөт биҙҙәре шештәрен иртә стадияла асыҡлауҙың иң таралған ысулы. Ҡатын-ҡыҙҙарға маммографияны тәүге тапҡыр ҡырҡ йәштә үтергә кәрәк, ә аҙаҡ ике йылға бер тапҡыр үтеү яҡшы. –Был диагностиканың мөһимлеге бәхәсһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәре патологиялары онкология сирҙәре араһында лидерлыҡ тота. Яман шеште иртә асыҡлағанда сирҙе тулыһынса дауалау, пациентты һауыҡтырыу мөмкин, – тип билдәләне табип-рентгенолог Әлфиә Әғләмова. Рәс