Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәләкәс баланы ҡотҡарыу өсөн...

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се лицейында йәш педагог Виктория Рәмил ҡыҙы Никитина ойошторған хәйриә йәрминкәһе үтте. Сарала йыйылған аҡса ике йәшлек Гордейҙың әсәһенә тапшырылды. Әле сабый әсәһе менән Израилдә яман шештән дауалана. Дауаханаға түләү өсөн ашығыс рәүештә аҡса йыйырға кәрәк. Йәрминкәлә егермегә яҡын класс ҡатнашты, ҡалғандар флешмоб ойошторҙо. Шулай итеп, хәйриә акцияһына лицейҙың һәр уҡыусыһы үҙ өлөшөн индерҙе. Сара күңелле үтте: уйын, сәй эсеү майҙансыҡтары эшләне, ата-әсәләр табын әҙерләне, балалар килеүселәргә тәмле аҙыҡ-түлек тәҡдим итте, тип хәбәр итә “Стерлитамакский рабочий” гәзите. - Мин йәрминкәгә ҙур теләк менән килдем. Әйберҙәремде һатып алһалар ярар ине, тип борсолдом. Ырымбур өлкәһенән олатайым менән килтергән бал бик тиҙ һатылды. Өс төҫтәге кекстарымды ла алып бөттөләр,– тип шатлана 4-се класс уҡыусыһы Слава. Балалар Гордейға яҡшы теләктәрен яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө. “Балалар кеше ҡайғыһын аңлап, ололарса кисерә белә, ярҙам итергә әҙерҙәр. Улар үҙҙәре уйындар ойошторҙо, уйынсыҡтар эшләне. Беҙгә изгелек, мәрхәмәтлек тураһында оноторға ярамай, бындай йәрминкәләрҙе йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Бергәләп әллә күпме яҡшы эштәр башҡарырға мөмкин булыуын күреп үҫһендәр”, – ти сараны ойоштороусы Виктория Рәмил ҡыҙы. Лицей коллективы сабыйға һаулыҡ, ата-әсәһенә сабырлыҡ теләй, Гордейҙың бер нисә йылдан лицейға уҡырға килеүенә өмөтләнә. Анжелина Ивашутина фотолары.