Уҫаҡ ҡайырыһы көслө антисептик булараҡ электән билдәле. Унан яһалған төнәтмә тән температураһын төшөрөүгә, йүткеректе баҫыуға булышлыҡ итә, бөтә төр патоген микробтарҙың ҡабыҡсаһын, тимәк, үҙәген дә иретеп юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Күҙәнәктәргә үк үтеп, һауыҡтырыу эшен көйләй ала. Бөтә ағзаларҙағы елһенеүгә ҡаршы - үт ҡыуығында холецистит, хроник панкреатит, шәкәр диабеты, ауыҙ ҡыуышлығындағы стоматит, парадонтоз, гингивит осраҡтарында, аш һеңдереү ағзаларында тайпылыш - эс киткәндә, ташҡанда, ағыуланыу осрағында, эсәктә ҡорттар булғанда ла - уҫаҡ ҡайырыһын уңышлы ҡулланырға мөмкин. Төнәтмәне нисек эшләргә? Киптереп ваҡланған бер балғалаҡ ҡабыҡҡа бер стакан һыуыҡ һыу ҡойоп, һүлпән утта яйлап ҡайнатып сығарырға ла, өҫтөн ҡаплап, бер минут тоторға. Утты һүндергәс, уны төрөп, бер сәғәт төнәтәбеҙ. Сирҙе еңеүҙе күҙ уңында тотҡанда, бер эскәндә әҙерләнгәндең яртыһын ҡулланырға кәрәк: ас ҡарынға көнөнә ике тапҡыр. Дауаланыу ваҡыты, хәлегеҙгә ҡарап, бер аҙнанан бер айғаса. Киптерелгән һәм онт