Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин: ”30 сентябрҙә беҙ Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре менән ҡайтанан берләшеүҙең бер йыллығын билдәләйбеҙ. Был тарихыбыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Бөгөн батальондар һәм полктар составындағы яугирҙәребеҙ суверенитет, рухи ҡиммәттәр, еңеү өсөн көрәш алып барып, Донбассты нацизмдан ҡыйыу яҡлай. Башҡортостан табиптары һәм шәфҡәт туташтары тәүлек әйләнәһенә хәрби госпиталдәрҙә, дауаханаларҙа эшләп, урындағы халыҡҡа, хәрбиҙәргә һәм доброволецтарға медицина ярҙамы күрһәтә. Башҡортостан, башҡа шеф төбәктәр кеүек үк, халыҡ республикаларына даими гуманитар йөк ебәрә, инфраструктураны тергеҙеүҙә, мәктәптәрҙе, юлдарҙы төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтә. Беҙ мәжбүри күсеп килеүселәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдыҡ. Яңы төбәктә йәшәгән халыҡҡа ярҙам итеү бөтәбеҙ өсөн дә бик мөһим. Рәсәй менән берләшеү көнө халыҡ хәтеренең бер өлөшө булып ҡаласаҡ, сөнки тамырҙарыбыҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ уртаҡ. Беҙ – бергә, киләсәгебеҙ ҙә бер үк!” #своихнебросаем #мывместе
Бөгөн - Рәсәйгә Донецк, Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье, Херсон өлкәләренең ҡушылыуы көнө
30 сентября 202330 сен 2023
~1 мин