Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез ҡалаһында Ленин урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттоң 3-сө ҡатында фатирҙа янғын сығыуы тураһында мәғлүмәт ашығыс хеҙмәттәргә еткерелә. Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр ебәрелгән. Хәлде баһалап, янғын һүндереүселәр кешеләрҙе ҡотҡарыуға һәм өйҙәрҙән уларҙы эвакуациялауға тотона. Алты кеше ҡотҡарылған, 45-е эвакуацияланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төтөнгә сәсәгән 41 йәшлек ирҙе ҡотҡарыу мөмкин булмаған, аҡ халатлылар уның үлем осраған теркәргә генә мәжбүр булған. "Янғын сәбәптәрен өйрәнеү һәм бындай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса артабан тикшереү маҡсатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы ваҡиға урынында эшләй", - тип хәбәр итәләр ведомствонан. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ут һаҡһыҙлыҡты, иғтибарһыҙлыҡты ғәфү итмәй! Фото:"Башинформ".