Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иҙел башының рухлы, сәмле ҡыҙы ул

"Белорет районының Шәғәли Шаҡман ҡәбере һаҡланған, мәғрур Ҡыраҡа тауы итәгендә ятҡан, Ағиҙел яры буйындағы Ҡаһарман ауылында тыуып, мәктәптең һигеҙ йыллыҡ түбәһенә күтәрелгәнмен. Ун йыллыҡ белемде инде баш ҡаланың 1-се мәктәп-интернатында алдым. Шунан – юғары уҡыу йорто...”, - тип башланы үҙе менән таныштырыуҙы Белорет ҡалаһындағы 20-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Кинйәбай ҡыҙы Собханғолова. Ул башта уҡытыусы булыу тураһында уйланмай. “Интернатҡа килгәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән беҙҙе оло ғына апай уҡыта башланы. Сажидә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова ине ул. Рәми Ғарипов тураһындағы тәүге белешмәләрҙе лә унан ишеттек. Математика йүнәлешендәге класҡа эләккәйнем. Һигеҙ сәғәт иҫәпләү дәресенән йөҙәп киткәндә, әҙәбиәт дәрестәре минең өсөн илаһи сәғәттәр һымаҡ тойола ине. “Шәрипова, һин физматҡа бармаҫһыңдыр ул, филология – һинең юлың”, - тигәйне уҡытыусым. Был һүҙҙәр фатихаға тиң булды”, - ти Зәйнәп Кинйәбай ҡыҙы. Педагогия институтының филология факультетын уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Белорет ҡалаһына күскәс, методист итеп тәғәйенләйҙәр. Кабинетта талсығып ултырыу уның өсөн түгеллеген аңлау менән рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытырға бара. - Эште башлағанда әсбаптар ҙа, программалар ҙа юҡ ине. Әүҙемлегем ярап ҡалды. Үҙ белдегем, фантазиям менән юл ярыуҙар башланды. Мин уҡыусыларҙан, уҡыусылар минән уңды. Гөрләтеп эшләнем, эшләйем. Килеп сыҡҡан ҡытыршылыҡтарҙы еңеп сығып, уңыштарға ла өлгәштем, - ти Зәйнәп Собханғолова. Эйе, бөгөн ул – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең почётлы мәғариф хеҙмәткәре. Ике тапҡыр Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурстары еңеүсеһе була. Эшен яратып, күңелен һалып башҡара Иҙел башының рухлы, сәмле ҡыҙы. Кешеләрҙе яратыуҙандыр был фиғеле. Уҡыусыларҙың һәр береһенә үҙ итеп, яратып баға. Дәрестәрендә халыҡ педагогикаһына таяна, көндәлек тормоштан ситләшмәй, бар нәмәгә ысынбарлыҡ күҙлегенән баһа бирә белә. Ғаиләһе – ныҡлы тылы Зәйнәп апайҙың. “Ҡыҙым, улым, тормош иптәшем тынғыһыҙ эшемде аңлап ҡабул итә. Һөнәрем, педагогик ҡарашым ғаиләләге сетерекле хәлдәрҙе яйға һалырға ярҙам итеп тә ебәрә”, - ти ул. Шуға күрә уҡыусыларына ла “педагог һөнәре алһағыҙ, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡһығыҙ”, тип кәңәш бирә. “Уҡыусылар менән эшләү шишмәне йырып ебәреүгә тиң. Түҙемлек, сабырлығың бар икән, балаларҙы уңыштарға әйҙәп була. Педагогик өсмөйөштө (ата-әсә - бала - уҡытыусы), өс тағанға әйләндереү еңелдән түгел. Ә шулай ҙа... уҡытыусы – бөйөк һөнәр! Етеп килгән байрамыбыҙ менән, коллегалар!” – тип өндәшә ул бөтә уҡытыусыларға. Ә беҙ Зәйнәп Кинйәбай ҡыҙына һәр йәһәттән уңыштар, именлек, ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Фотолар: З. Собханғолованың шәхси архивынан.