Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөгә чемпиондар килә

Өфөлә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй ярыштары үтәсәк. Сара юниорҙар араһында ла ойошторола. Турнирҙы асыу тантанаһы 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә Спорт һарайында үтә. Спортсыларҙы боҙҙа фигуралы шыуыуҙың титуллы вәкилдәре – Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Камила Вәлиева, Виктория Синицина һәм башҡалар сәләмләйәсәк. Фигуристарҙың сығыштарын 10 – 14 октябрҙә ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлы шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеүҙәр ҡаралған. Сара тураһында тулыраҡ https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-09-29/v-ufu-na-sorevnovaniya-po-figurnomu-kataniyu-na-konkah-priedut-alina-zagitova-i-kamila-valieva-3459507 сайтында бирелгән. Фото: bashinform.ru