Сибай концерт-театр берекмәһенең 30-сы ижади миҙгеле асылыр алдынан “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле шөғөлләнгән репитиция залына махсус хәрби операцияла һәләк булған талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде. "Репитиция залына ингән урынға алтаҡта ҡуйылды. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Илнар Илдар улы өлөшләтә мобилизацияға эләккәнгә ҡәҙәр бейеү ансамбленең солисы ғына түгел, репетиторы ла булып эшләп өлгөргән. Репетиция залын асыуҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, Илнарҙың әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина, кәләше Фидәлиә Хәтмуллина ҡатнашты. - Һуғыш берәүҙе лә аямай. Яу башланғандан алып аҫыл-аҫыл ир-егеттәребеҙҙе юғалттыҡ. Уларҙы Тыуған ил, яҡташтары бер ваҡытта ла онотмаҫ. Илнар ҙа мәңге хәтеребеҙҙә. Ул беҙ тыныс тормошта йәшәһен, һеҙ ошондай мөһабәт бинала йырлаһын, бейеһен, халыҡҡа мәҙәниәтте еткереүҙе дауам итһен өсөн ғүмерен бирҙе. Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек! Шундай батыр ул үҫтергән Лариса Шәйнур ҡыҙына рәхмәт! Һеҙҙең алда баш эйәм, – тине Азамат Мырҙағәле улы. Залға үткәс, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ир-егеттәре Ғәҙелша шарлауығында башҡарған бейеү клибы ҡуйылды. Илнар, солист булараҡ, алғы фонда. Һәр кемдең күҙҙәренә йәш тығылды. Клип тамамланыуға залға Илнарҙың кескәй улын индерҙеләр. Бала хас атаһы. Илнарҙың дауамы бар, тимәк, уның нәҫеле, бейеүҙәре дауам итәсәк", - тип хәбәр иттеләр Сибай концерт-театр берекмәһенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә. Фото һәм текст сығанағы: "Сибай концерт-театр берекмәһе" төркөмө.