Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дилүзәнең ҡарбузы уңған! Ә һеҙҙеке?

Һуңғы йылдарҙа ҡырыҫ тәбиғәтле Баймаҡ районында ла йылы яҡ емештәре ярайһы уҡ ҙур уңыш бирә. Уңған баҡсасылар үҙ түтәлдәрендә ҡауын, ҡарбуз үҫтерә. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан Дилүзә Әхмәтшинаның баҡсаһында нимәләр генә үҫмәй. Ҡарбуздары ла быйыл мул уңыш биргән. - Һуғандан алып картуфҡа тиклем барыһы ла уңды, - ти Дилүзә Ҡаһарман ҡыҙы. - Йыш ҡына түтәлдәрҙә быйылғы кеүек эре ҡыяр, помидор, боростарҙы күрергә тура килмәй. Йәй үҙенең йылы көндәре менән әллә ни ҡыуандырмаһа ла, ҡарбуздар ҙа өлгөрҙө. Уңған хужабикә бер нисә йыл ҡарбуз үҫтереү менән шөғөлләнә. "Үҙеңдең ҡарбузың тәмле һәм татлы булыуы менән һатып алғандан ҡырҡа айырыла. Сифатлы ла, экологик яҡтан таҙа ла". Баҡсаға һыу һибеү, сүп-сарҙан таҙартыу эштәрендә улы Айнур ҙа ярҙам итә. Ғөмүмән, бар ғаиләһе менән ҡарай улар, шуға күрә йыл һайын түтәлдәрендә тәгәрәшеп емеш-еләк өлгөрә, ҡарбуздар тәмләнә, ҡауындар ҡыуандыра. Фото: "Баймакский вестник".