Бөгөн, 29 сентябрҙә, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалында генерал Шайморатов исемендәге миҙал менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе һәм ветерандарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Республика Башлығы исеменән дәүләт наградаларын фондтың филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Миҙалға махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән 18 яугир лайыҡ булды. “Һеҙ - ысын геройҙар, ысын Ватан һаҡсылары. Бөгөн данлыҡлы геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләү – быға тағы бер дәлил. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды беҙҙең ветерандарға һәм яугирҙәргә төрлө мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтә. Һеҙҙең кемегеҙҙер беҙҙең ҡанат аҫтында булып китте, беҙгә, социаль координаторҙарға мөрәжәғәт итте. Һорауҙарҙың бер өлөшө хәл ителде, күп нимәне эшләргә кәрәк әле. Ҡалған егеттәрҙе филиалға саҡырабыҙ, ғаиләләрегеҙ менән килегеҙ, беҙҙң ишектәр һәр ваҡыт асыҡ”, – тине Гөлнур Ҡолһарина. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү фонды