Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Андрей Назаров: "Эшҡыуарҙарға ярҙам итәбеҙ"

"Алдыбыҙға ниндәй генә һынауҙар ҡуйылмаһын, бер ярҙам сараһын да туҡтатмайбыҙ - был республика етәкселегенең төп фекере. Быйыл Башҡортостан эшҡыуарҙарына ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Улар 186,8 миллион һумлыҡ муниципаль субсидия аласаҡ, шуның 100 миллион һумы - республика аҡсаһы. Субсидиялар иҫәбенә эшҡыуарҙар бизнес проекттарын ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн, шул иҫәптән ҡуртымға биреү, торлаҡҡа ҡарамаған биналарҙы ремонтлау, төп средстволар һәм ҡорамалдар һатып алыу, инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарына тоташтырыу, коммуналь хеҙмәттәргә түләү кеүек сығымдарҙы ҡаплай аласаҡ. Ярҙам «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә күрһәтелә. Бәләкәй бизнесҡа бындай ярҙам урындарҙа иҡтисади әүҙемлекте дәртләндерә, эш урындарын арттырырға ярҙам итә, был үҙ сиратында муниципалитеттарҙың финанс тотороҡлоғон нығытыуға, дөйөм алғанда, район һәм ҡалаларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә" - тип яҙҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙ сәхифәһендә. Фото: https://vk.com/agnazarov