29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө. Ул йыл һайын сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Маҡсаты асыҡ – йөрәк-ҡан тамырҙары эпидемияһы тыуҙырған хәүефте аңлау кимәлен күтәреү. Хәҙерге ваҡытта был сирҙәр йыл һайын 17,9 миллион кешенең ғүмерен ҡыя. Уларҙы “беҙ йәшәгән быуаттың иң ныҡ таралған һәм үтә етди сирҙәре” тип атау осраҡлы түгел. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Рәсәйҙә йыл һайын 22-22,5 миллион кеше ошо сирҙәрҙән яфалана.Хәүеф факторҙарына гипертония, ҡанда холестерин һәм глюкозаның юғарылығы, тәмәке тартыу, һимереү һәм йәшелсә, еләк-емеште аҙ ҡулланыу инә. Бөтә донъяла инфаркт һәм инсульттарҙан үлем бер мең кешегә бер осраҡ тәшкил итһә, беҙҙең илдә бер мең кешегә өс үлем осрағы тура килә. Был күрһәткестәрҙе нисек кәметергә? Бөтә донъя йөрәк федерацияһы көндәлек тормошта сирҙе иҫкәртеүҙең иң ябай дүрт ҡағиҙәһен тәҡдим итә: тәмәкенән баш тартыу; сәләмәт туҡланыу; физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү;ҡан баҫымын контролләү. Белгестәрҙең әйтеүенсә, 2030 йылға 23 миллион 300 мең кешегә