Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Батырлыҡ дәрестәре уҙҙы

27-30 сентябрҙә Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙғарыла. Быйыл ул 33-сө тапҡыр үтә һәм күренекле рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың 232 йыллығына арнала. Байрам саралары Өфөлә, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән һәм Бәләбәй райондарында ойошторола. Аксаков көндәренең төп маҡсаты – гражданлыҡ һәм патриотизм формалаштырыу һәм үҫтереү, үҫеп килгән быуында юғары рухи һәм әхлаҡи сифаттар, бәләкәй ватанға һөйөү тәрбиәләү, халыҡ ижадын һәм традицияларын пропагандалау, художестволы ижадтың бөтә формаларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Аксаков байрамы сиктәрендә Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында ла Мәскәү, Һамар ҡалаларынан мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында класс сәғәттәре уҙҙы. Батырлыҡ дәрестәренең береһендә Рәсәй контр-адмиралы, РФ Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, крейсер атом ракета һыу аҫты кәмәһе командиры Батыргәрәй Сәлим улы Зөлҡәрнәев ҡатнашты. Ул студенттарға үҙенең хәрби юлы тураһына һөйләне, ҡыҙыҡһындырған һорауарына яуап бирҙе, буласаҡ хәрбиҙәргә кәңәштәрен еткерҙе. Сараның тантаналы өлөшөндә рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың “Аленький цветочек” әкиәтенә нигеҙләнгән конкурс ойошторолдо. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.