Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Әҙәбиәткә һөйөүҙе атай-әсәйем тәрбиәләне”

Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы 1975 йылдың авгусында Ейәнсура районының йәмле Ҡаҫмарт буйында урынлашкан Юнай ауылында, Ишкилдиндар ғаиләһендә өс ир баланан һуң көтөп, теләп алынған берҙән-бер ҡыҙ бала булып донъяға килгән. Юнай ауылында башланғыс, Үтәғол ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1997 йылда уҡыу йортон уңышлы тамалағандан һуң, Иҙелбәк ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. – Ғөмүмән, миңә тормошомда һәр саҡ тик яҡшы кешеләр генә осрай, тип әйтһәм, һис тә яңылышмам. Тәү эш башлаған мәлемдә Светлана Ғәйнулла ҡыҙы Абдуллинаның, Николай Васильевич Кудашевтың, Ғәлиә Айытҡол ҡыҙы Түрәбәеваның оло ярҙамын тойҙом. Улар тәжрибәһеҙ кисәге студетты үҙ ҡанаты аҫтына алып, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итте, – ти остаздарына сикһеҙ рәхмәтле Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы. Балалар менән эшләй башлағас, һөнәрҙе дөрөҫ һайлағанына тағы ла инана ул. Йәйге каникул мәлдәрендә хатта уларҙы һағынып та бөтә. Балалар күңеленә изгелек орлоҡтары сәсергә тырыша, сөнки әҙәбиәт һәм туған тел аша ғына уҡыусыға әхлаҡи, рухи тәрбиә бирергә мөмкин, тигән ҡарашта ул. – Беҙҙең ғаиләлә әҙәбиәткә һөйөү бәләкәйҙән һалынды. Әсәй-әтейем, ағайҙарым – барыбыҙ ҙа уҡырға ярата инек. Улар бик күп гәзит-журналдар алдырҙы. Кистәрен, эштән бушаған арала, күмәкләп серле китап донъяһына сумабыҙ. Әсәйем ҡайҙа барһа ла күстәнәстәр тейәп ҡайтһа, әтейем һәр саҡ китап, альбом, буяуҙар алып ҡайтыр ине. З. Биишева, Я. Хамматов, Һ. Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый инек, – тип хәтерләй ата-әсәй янындағы ғәмһеҙ ваҡыттарын Гөлназ. 26 йыл эшләү дәүерендә уңыштары ла бар Гөлназ Рафиҡ ҡыҙының. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, төрлө ижади конкурстарҙа призлы урындарға лайыҡ була. Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы үҙе лә һәр саҡ үҫешкә ынтыла, һөнәри конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Тормош иптәше менән ике ул үҫтергәндәр. Өлкән улдары Илүс Сибай институтын тамамлап , әлеге көндә эшләп йөрөй. Бәләкәйҙәре Надир Ишембай нефть колледжының һуңғы курсында белем ала. Гөлназ Ишкилдина-Төрөпҡолова - оҙаҡ йылдар Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, биләмә тормошондағы мәҙәни сараларҙа ҡайнап йәшәгән әүҙем йәмәғәтсе лә. Гөлназ Рафиҡ ҡыҙына яңынан-яңы уңыштар, ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Яратып башҡарған хеҙмәтегеҙҙең татлы емештәрен татып йәшәргә яҙһын! Фотолар: Г. Ишкилдинаның шәхси архивынан.