Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ирем яман сирҙән вафат булғас..."

Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауыл клубы төркөмөндә бик йылы яҙма барлыҡҡа килде. Һүҙ Салауат ауылында эшләгән республикалағы беренсе хосписҡа ярҙам йөҙөнән ит турағыс бүләк итеү тураһында. Уны Илсен ағай-мәрхүмде иҫкә алып үткәрелгән аят ашында йыйылған хәйер аҡсаһына алғандар. "Тормош юлдашым Илсен яман сирҙән мәрхүм булды. Уның бер аятында йыйылған саҙаҡанан (алыҫтан килгән ҡунаҡтар ҙа бар ине) Сәфинә Рамаҙанова инәйҙең тәҡдиме буйынса хосписҡа ит турағыс алып бирҙек. Инәй үҙе лә ошо дауаханала ятып дауаланып сыҡҡайны. Балаларым, туғандарым, ауылдаштарым исеменән иң ҙур рәхмәтемде Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙына, унда эшләгән барлыҡ табиптарға,хеҙмәткәрҙәргә еткерәм. Үҙ башыңдан үтмәйенсә аңламайһың икән, уларҙың эше ни хәтлем ауыр икәнен. Хосписта шул хәтлем сабыр, иғтибарлы үҙ эшенең оҫталары эшләй. Һәр бер сирлене ихлас ҡарайҙар.Киләсәктә һәр береһенә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем", - тип яҙған Сәүиә Дәүләтбаева. Афарин, хоспис хеҙмәткәрҙәре! Афарин, Сәүиә апай! Һеҙгә сабырлыҡ теләйем. Фото: https://vk.com/public109924966, https://vk.com/id188364603