Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙ күҙҙәре менән күрҙеләр

Кисә Туймазы ҡалаһы “Етештереү кооперацияһы: технологик суверенитетҡа ориентир” форумы локацияларының береһе булды. Унда илдең 36 төбәгенән сәнәғәт кластерҙары вәкилдәре ҡатнашты. Форумдың төп маҡсаттарының береһе булып кластерҙар һәм технопарктар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу торҙо: Туймазы биләмәһендә илдәге тәүге мебель кластеры урынлашҡан, шулай уҡ бында күптән түгел “Мастер” технопаркы эшләй башланы. Пленар ултырыштан һуң сара ҡунаҡтары ошо предприятиеларға экскурсияға барҙы. Башта форумда ҡатнашыусылар “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә – мебель кластерының төп предприятиеһында булды, унда уларға интерьер карауаттары һәм матрастарын етештереүҙең тулы циклын, әҙер продукция келәтен һәм фирма магазинын күрһәтте. Һатыу бүлеге етәксеһе Азат Тимербаев һүҙҙәренсә, көн һайын бында 200-ҙән ашыу карауат, тумба, банкаеткалар, йоҡо бүлмәһе өсөн мебель етештерәләр. Матрас цехы яңы бинала урынлашҡан. Бында Ҡытай һәм Төркиәнән заказ буйынса етештерелгән махсус ҡорамалдар файҙаланыла. Уникаль, өлөшләтә роботлаштырылған линия көнөнә 2000 меңгә тиклем матрас етештерергә мөмкинлек бирә. Предприятие продукцияһы бөтә ил буйынса һатыла, Ҡаҙағстанда һәм Белоруссияла һорау менән файҙалана. Форумда ҡатнашыусылар производство цехтарында таҙалыҡ һәм тәртип, шулай уҡ эш процесының ойошҡанлығын билдәләне. Шуны билдәләп үтәйек: “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Алмаз Мәмлиев былтыр июндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың кластерға ингән импортты алмаштырыусы предприятиеларға ярҙам күрһәтеү тураһында йәш эшҡыуарҙар менән осрашыуында ҡатнашты. Атап әйткәндә, бында ташламалы субсидиялар биреү, яңы майҙансыҡтар төҙөү өсөн ер бүлеү, коммуникациялар үткәреүҙә ярҙам итеү тураһында һүҙ барҙы. Дәүләт башлығын йәш эшҡыуарҙың тәҡдимдәре ҡыҙыҡһындырҙы. Тап улар кластерға ингән предприятиеларға ярҙам итеү буйынса Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының закон проектына нигеҙ булды. 2023 йылдың 1 ғинуарында норматив акттар үҙ көсөнә инде. Һуңынан сара ҡунаҡтары “Мастер” технопаркына барҙы. Уның төп предприятиеһы – “Туймазы ярымтағылма техника заводы”. Корпустың бер өлөшөн янғын һүндереү техникаһы етештереүсе “ЦЕНПиСТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биләй. Тиҙҙән производство майҙандарын башҡа резиденттар ҙа биләйәсәк. “Мастер”ҙың генераль директоры Андрей Каранаев һөйләүенсә, әлеге ваҡытта эске эштәр барған икенсе корпуста тегеү производствоһы, ЭВА-ковриктар эшләү менән шөғөлләнгән предприятие, бизнес-зал, һөйләшеүҙәр һәм бизнес-инкубатор – стартаптарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеп, йәш эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк бөтөнләй яңы ойошма урынлашасаҡ. Липецк өлкәһенең Сәнәғәтте үҫтереү фонды директорының сәнәғәт кластерҙары һәм кооперациялары буйынса урынбаҫары Светлана Аносова форумдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Форум ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төбәктә кооперация сылбырҙарын булдырыу, кластерҙар булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Бында иһә кластер сәйәсәтенең нисек тормошҡа ашырылыуын күрҙек, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Башҡортостанда кооперацияның төбәк, шулай уҡ төбәк-ара кимәлдәрҙә юғары кимәлдә булыуын билдәләп үткем килә, – тине ул. Фото һәм сығанаҡ: "Туймазинский вестник".