Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алты бала атаһы лайыҡлы награда алды

Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнеүселәр араһында Иглин районының Һарт-Лабау ауылынан Илдар Нуреев та бар. -Бик матур сара ойошторғандар. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ихтирамлы атайҙар йыйылды, иң өлкәне 74 йәштә булһа, иң йәше 37 йәшлек ине. Йәмғиәтебеҙҙә ир, атай абруйын күтәрергә лә булышлыҡ итә әлеге сара, - тине ул. Әлфиә менән Илдар Нуреевтарҙың ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Илнур, Айнур, Рамаҙан, Даян, Дистан исемле улдар, Рания исемле ҡыҙ үҫтерә, уларға матур тәрбиә бирә улар. Иң өлкәндәренә 18 йәш булһа, иң бәләкәстәренә 1,8 йәш. Өлкән ике улдары Өфөлә машиналар эшләү колледжында белем ала, тағы ла береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла уҡый. Ҡалған өсәүһе ата-әсәй йортонда. Ғаиләнең төрлө конкурстарҙа быға тиклем дә матур уңыштары бар. Мәҫәлән, быйыл “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында “Күп балалы ғаилә “ номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булғандар. Ә бит ошолай ҙур йортта күмәк балала

Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнеүселәр араһында Иглин районының Һарт-Лабау ауылынан Илдар Нуреев та бар. -Бик матур сара ойошторғандар. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ихтирамлы атайҙар йыйылды, иң өлкәне 74 йәштә булһа, иң йәше 37 йәшлек ине. Йәмғиәтебеҙҙә ир, атай абруйын күтәрергә лә булышлыҡ итә әлеге сара, - тине ул. Әлфиә менән Илдар Нуреевтарҙың ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Илнур, Айнур, Рамаҙан, Даян, Дистан исемле улдар, Рания исемле ҡыҙ үҫтерә, уларға матур тәрбиә бирә улар. Иң өлкәндәренә 18 йәш булһа, иң бәләкәстәренә 1,8 йәш. Өлкән ике улдары Өфөлә машиналар эшләү колледжында белем ала, тағы ла береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла уҡый. Ҡалған өсәүһе ата-әсәй йортонда. Ғаиләнең төрлө конкурстарҙа быға тиклем дә матур уңыштары бар. Мәҫәлән, быйыл “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында “Күп балалы ғаилә “ номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булғандар. Ә бит ошолай ҙур йортта күмәк балалар үҫтереү ғаилә башлығының өйләнгәнсе үк күңелендә йөрөткән хыялы булған. Күп балалы йортта ҡот бар. “Өйҙә өҫтәл янында береһе генә булмаһа ла, күңелгә нимәлер етмәгән һымаҡ”, – ти Нуреевтәр. Илдар Рәшит улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Йәшләй генә атай-әсәйһеҙ ҡалғас, ул әсәһенең бер туған апаһының ғаиләһендә тәрбиәләнә. Үҙҙәренең балаһы һымаҡ яҡын күреп үҫтергән улдарын улар киләсәктә уҡытыусы итеп күрә. Илдар ололарҙың кәңәшен тота, мәктәпте тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында физкультура факультетында белем ала. Ошонда ул үҙенең яҙмышын – Краснокама ҡыҙы Әлфиәне осрата. – Мәктәптә уҡыған сағымда “биш район аша ҡара сәсле үҙебеҙҙең милләт ҡыҙын кәләш итеп алам”, – тип әйтә торғайным һәм шул хыялым тормошҡа ашты. Әлфиә менән дөйөм ятаҡта бер ҡатта йәшәнек. Тәүҙә шунда иғтибарымды йәлеп итте, аҙаҡ уҡыу залында бер үҙе генә уҡып утырған сағында эргәһенә барып таныштым, – ти йылмая ғаилә башлығы. – Илдарҙың иң матур сифаттарының береһе – әйткән һүҙендә тора белә. Әгәр һүҙ бирә икән, уны мотлаҡ үтәйәсәк. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла, бурысын намыҫ менән башҡара. Студент саҡта булған бер ваҡиғаны әле лә көлөп хәтергә төшөрәбеҙ. Бер саҡ шулай “Дүшәмбе көнө иртәнсәк сәғәт 8-гә кереп алам, уҡырға бергә барырбыҙ” тине лә ауылға ялға ҡайтып китте. Ә килгәндә иртән трамвайҙар йөрөмәүе арҡаһында һуңларын аңлай һәм арыу ғына аҡсаһын таксиға түгеп булһа ла әйткән ваҡытҡа минең янға килеп керҙе. “Егет һүҙе бер була“ тигәндәй, нимә әйтһә, шуны үтәмәй ҡалғаны юҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Әлфиә. Студент саҡта өйләнешеп, 2006 йылда йәштәр Һарт-Лабау ауылына ҡайтып төпләнә, икәүләшеп мәктәптә эш башлайҙар. Йәш белгестәр булараҡ, дәүләттән ярҙам алып, Илдарҙы ҡарап үҫтергән инәй менән бабайының йортона икенсе ҡат һалып, көнкүреш шарттарын яҡшыртып ебәрәләр. – Ошолай күмәк булырбыҙ, тип йәш саҡта уйламаным. Ирем-таянысым ныҡ булғанға, шулай күп бала таба алғанмындыр. Улар сабый саҡтарынан тыныс булды, шуға ҡыйынлыҡтары тойолманы. Өйҙәге эштәрҙе күмәкләп башҡарғас, бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫтеләр. “Һәр сабыйҙың үҙ ризығы” тип әйтеүҙәре хаҡ. Балаларыбыҙ күбәйгән һайын донъябыҙ ҙа еңеләйгән, матди яҡтан да тормошобоҙ яҡшырған һымаҡ, – ти Әлфиә. Илдар тәүҙә мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, һуңынан мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итә. 2015 йылдан алып ауыл мәсетендә имам-хатип. Дингә килеүенең дә үҙ сәбәбе бар. Илдарҙы тәрбиәләп үҫтергән бабаһы ла заманында мулла булған. Бала саҡтан алған дини тәрбиә Илдарға ошо юлды һайлауға булышлыҡ итмәй ҡалмай. Нуреевтәр бала тәрбиәләгәндә ғаиләлә өс йүнәлеште ныҡлы таяныс итеп алған – дин, спорт һәм мәҙәниәт. – Дин рухи яҡтан нығыта, спорт сәләмәтлек бирә, мәҙәниәт күңел байлығын арттыра. Балаларыбыҙ ҙа доғаларҙы белә, көнөнә бер тапҡыр бергәләп намаҙ уҡырға тырышабыҙ. Йәш быуынды бәләкәйҙән спортҡа йәлеп итеү өсөн күлдең боҙон таҙартып, ауылдаштар менән бергә хоккей майҙансығы ойошторҙоҡ. Был күп балаларҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятты. Тәүҙә 12 генә малай йөрөй ине. Бағыусы ауылдашыбыҙ үҫмерҙәр шөғөлләнһен өсөн барыһына ла сәкәндәр алып бирҙе. Бер аҙҙан хоккей уйнаусылар һаны тағы ла артты. Уларҙы район үҙәгенә бассейнға йөрөтөүҙе лә ғәҙәткә индерҙек. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ, малайҙарға кәңәштәремде лә әйтә инем. Минеңсә, малайҙар өсөн иң кәрәкле спорт ҡорамалы – турник. Ул арҡаның ныҡ булыуына йоғонто яһай. Арҡа – ул организмдың үҙәге, турникта күтәрелеү арҡаны нығыта, киләсәктә бөгөлөп төшмәҫ өсөн был бик мөһим, – ти ғаилә башлығы. Был йәһәттән Илдар үҙе лә улдарына өлгө була белә. Әле лә бер ауырлыҡһыҙ турникта күтәрелә. Элегерәк саңғыла уҙышыуҙа ярыштарҙа ҡатнашып, кубоктар алған. Һуңынан йөҙөү менән шөғөлләнә башлай. Быйыл Иглиндә уҙғарылған йөҙөү буйынса ярышта икенсе урынды яулауға өлгәшкән. Мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй Нуреевтәр. Балалар, ауыл клубында эшләп килгән “Аҡ тирмә” өлгөлө фольклор коллективына йөрөп, сәхнә оҫталығына өйрәнгән. Әйткәндәй, бала сағында Илдар үҙе лә тап ошо ансамблдә шөғөлләнгән. Әлфиәнең матур йырлауы, Илдарҙың гармунда, ҡурайҙа уйнауы ла балаларҙа музыкаға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. – Бала сағымда бабайым миңә гармун алып бирҙе. Бишенсе класта партала бергә ултырған дуҫ егет менән ярышып уйнарға өйрәндек. Тәүге өйрәнгән көйөм “Әпипә” ине. Әле лә уйнайым, ҡайһы саҡта бәләкәстәрҙе бейетеп алам. Айнур менән Рамаҙанда музыкаға ҡыҙыҡһыныу бар, район үҙәгендәге музыка мәктәбендә баян класында уҡынылар, аҙаҡ спортҡа нығыраҡ ылығып киттеләр, – ти Илдар. Балалар ҙа һөйләшеүгә асыҡ булып сыҡты. Улар менән дә ихлас әңгәмәләшеп алдыҡ. – Атайыбыҙ беҙҙе эшкә өйрәтә, тормошта сабыр булыу кәрәклеген аңлата. Йыл һайын каникулда миндек бәйләп, аҡса эшләйбеҙ. Шул аҡсаға үҙебеҙгә телефондар алдыҡ, былтыр Ҡазанға барып ҡайттыҡ. Әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң ҡояшы һымаҡ. Һәр беребеҙҙең тыуған көнөнә тәмле торттар бешереп һыйлай, – тип һөйләне үҫмер Айнур. Әйткәндәй, ул – төрлө яҡлап һәләтле егет. Ауылда мәҙәни сараларҙың алып барыусыһы ла, саңғы буйынса ла уңыштар яулай. Ә киләсәктә машиналар эшләү технологияһы буйынса һөнәр алырға ниәтләнә. 11 йәшлек Рамаҙан да үҙ фекере булған ҡыйыу ғына егет булып үҫеп килә. – Мәктәптә миңә математика, башҡорт теле дәрестәре айырыуса ныҡ оҡшай. Буш ваҡытта саңғыла йөрөргә яратам, ярыштарҙа ла урын алғаным бар. Минең өсөн атайым өлгө һәм уға һәр яҡлап оҡшарға тырышам. Ул көслө, беҙгә һәр ваҡыт таяныс, – тине Рамаҙан. “Балаң тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн, балыҡ тотоп бирмә, уны тоторға өйрәт” тигән халыҡ. Нуреевтәр ғаиләһендә лә был ҡағиҙәгә таянып йәшәйҙәр. – Йыш ҡына ата-әсәнең үҙ балаһының эшләгәнен көтөп торорға түҙемлеге етмәй. Тиҙ генә үҙе башҡарып ҡуйырға тырыша. Был дөрөҫ түгел. Бала яңылыша-яңылыша булһа ла өйрәнергә тейеш. Мин эш рәтен улдарыма күрһәтеп бирәм, артабан ҡыҫылмай ғына күҙәтеп торам. Мәҫәлән, бензобысҡының сылбырын әллә нисә тапҡыр эшлектән сығарһалар ҙа, сабыр ғына ҡарап торорға тура килде, шунһыҙ өйрәнеп булмай, – тип һөйләне атай кеше. Иман, тәртип, һөйөү булған ғаиләнең бәхете лә бөтөн. Нуреевтәр йортонан ҡот, бәрәкәт бер ҡасан да китмәһен. Фото: Авторҙыҡы һәм шәхси архивтан.