8 октябргә тиклем Өфөлә Бөтә Рәсәй Олимпия советтары форумы үткәрелә. Бөгөн сара Өфөләге “Торатау” конгресс-холында башланды. Унда Рәсәйҙең 84 төбәгенән Олимпия советтары етәкселәре һәм ағзалары ҡатнаша. Быйыл шул иҫәптән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Олимпия советтары ла барлыҡҡа килде. Спорт һәм Олимпия хәрәкәте үҫешенең көнүҙәк темалары, Рәсәйҙең Олимпия комитеты булышлығында юғары ҡаҙаныштар һәм күпләп кеше ҡатнашҡан спортҡа бәйле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Рәсәй спорт үҫеше һәм башҡалар тураһында һөйләшеүҙәр бара. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов асты һәм сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Ул сығышында шулай уҡ республикала ҙур спорт сараларының үткәрелеүе, яңы спорт объекттарының төҙөлөүе, булғандарының үҙгәртеп ҡоролоуы тураһында һөйләне һәм форумда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың спорт үҫешенә ҙур этәргес буласағына ышаныс белдерҙе. Рәсәйҙең Олимпия коми