Республика урмансылары “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыуын дауам итә. Акция сентябрь уртаһында старт алды һәм “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан биләмәһендә “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы бишенсе йыл инде урман фондын тергеҙеү буйынса төп көҙгө сараға әүерелде. Быйыл көҙгө эштәр экологик сара эгидаһы аҫтында үтә. Республика урмансылары 1,6 мең гектар майҙанда 6 миллиондан ашыу үҫенте ултыртасаҡ. Учалы урман хужалығы биләмәһендә район хакимиәте, Илсе һәм Сәфәр ауыл советтары, Тау сәнәғәте колледжы студенттары, 10-сы мәктәптең 5 класс, Учалы “Ғаилә” үҙәге, Учалы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән 5 000 ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Белорет районында акцияға Тирлән урман хужалығы урмансылары, Белорет юл дистанцияһы хеҙмәткәрҙәре, “БАШНЕФТЬ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡушылды. Әшә участка урман хужалығында 0,7 гектар майҙанда 2700 ябай ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Иглин урманс