Был ошо көндәрҙә генә яңылыҡтар таҫмаһында сыҡҡан хәбәр. Аптырарлыҡ түгел, сөнки интернет уғрылары көндән-көн әүҙемләшә. "Алло, һеҙҙең ейәнегеҙ аварияға осраны, уға енәйәт эше асабыҙ, уны ҡотҡарыр өсөн тиҙ арала аҡса күсерегеҙ". Бына ошондай хәбәр менән шылтыратһалар, шунда уҡ бәйләнеште өҙөргә кәрәк. Сөнки ул мошенниктар. Был билдәле алым хәҡында хәҙер бөтәһе лә тиерлек белә, әммә көн һайын шул уғрылар ҡармағына эләгеүселәр табылып тора. Сөнки еңел аҡса эшләүселәр ҙә йоҡламай, улар яңынан-яңы алымдар уйлап таба, кешегә психологик баҫым ҡуллана, енәйәт эше, терроризмды финанслау, иноагент итеп ғәйепләү кеүек аҙымдар менән ҡурҡыта.
Был интсрументтар яҡшы эшләй, мәҫәлән 1 йыл эсендә генә Башҡортостанда мутлашыусылар халыҡтың 1 миллиард 613 миллион һум аҡсаһын урлаған. Реаль һандар әлбитә күберәк, сөнки бәғзеләр был суммаларҙы кредитҡа алып шикле иҫәптәргә күсерә, аҙаҡ уны йылдар буйы бер нисә тапҡырға арттырып түләй. Ә ҡайһылар бөтөнләй хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй, сөнки о