Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ә һеҙҙә көтөүсе бармы?

Борай районының “Зарипов” хужалығында 200-ҙән ашыу һыйыр, 300-ләп һарыҡ көткән Дмитрий Скобликты яҡташтары маҡтап ҡына телгә ала. Бөрө районынан килеп, ике йыл инде хужалыҡта үҙ кешегә әүерелгән егет “электр көтөүендә” йөрөгән аттарҙы ҡарай, иртән сығарып, кискелеккә утарға ҡайтара. Көтөүсенең хеҙмәте еңелдән түгел. Һыуыҡмы, ел-ямғырмы, хәлде алырлыҡ эҫеме, күгәүендәр маҙаға тейәме, унда һинең эшең юҡ – түҙәһең, вазифаңды еренә еткереп үтәргә, мал-тыуар өсөн яуап бирергә тейешһең. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Зарипов Дмитрийҙың эшенән бик ҡәнәғәт. Егет йәйен көтөүлектә булһа, ҡышын - фермала алыштырғыһыҙ малсы. Малға бесән, һалам тарата, тиреҫ сығара, быҙаулаған һыйырҙарҙы контролдә тота. Бөгөн дә Дмитрийҙың ваҡыты ҡыҫынҡы, һорауҙарыбыҙға тиҙ генә яуап бирҙе лә, атына менеп, сыбыртҡыһын шартлатып, көтөүен барларға йүнәлде, тип яҙа “Алға” гәзите хәбәрселәре. Лира Юрасова фотолары.