Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә Зәк-Ишмәт халҡына ысын күңелдән рәхмәт белдергән. “Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбендә уҡытыусылар һәм уҡыусылар маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә. Был мөһим эште физкультура һәм йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, "Подвиг" эҙләү отряды етәксеһе Салауат Сатыбаев ойошторҙо. “Беҙ яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, был – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ”, ти Салауат Мәхмүт улы. Селтәр һәм туҡымаларҙы үҙ аҡсаларына һатып алғандар, ауылдаштарын да мөһим эшкә йәлеп итәләр. Рәхмәт һеҙгә, зәк-ишмәттәр, бөтә күңелегеҙҙе һалып үргән селтәрҙәр хәрби егеттәребеҙҙең именлеген һәм сәләмәтлеген һаҡлаһын!" Фото: VK.com