Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусылыҡ менән ижадты ике ҡанат итеп...

Миңзәлә Хәлилова Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып үҫкән. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе. Хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған мөғәллимә булыуҙан тыш, Миңзәлә Вәсил ҡыҙы – ижадсы, шағирә, шиғри һәм сәсмә йыйынтыҡтар авторы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шулай уҡ ул Дәүләкәндәге “Дим” әҙәби берекмәһен, ағинәйҙәр хәрәкәтен уңышлы етәкләй, Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты булып та танылды. Бала саҡтан шиғырҙар яҙған, сәхнәлә алып барыусы булған ҡыҙын әсәһе маҡтап, “Миңзәләм сәсән булыр Алла бирһә”, тип әйтер булған. Ғөмүмән, бәләкәй саҡтан әсәһе башҡарған моңло йырҙарҙы, ул һөйләгән легенда һәм тарихтарҙы күңеленә һеңдереп үҫә ул. Шуға күрә Миңзәлә Вәсил ҡыҙының шиғриәткә, әҙәбиәткә тартылыуы, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы һөнәрен һайлауы һис тә ғәжәп түгел. 1981 йылдан уның тормош юлы Дәүләкән ере менән бәйле. Ҡоръятмаҫ ауылы мәктәбендә әлегәсә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. - Уҡыусыларым араһында бөгөн үҙҙәре педагог һөнәрен һайлағандар, юғары урындарға эшләгәндәр бихисап, улар менән ғорурланам. Ниндәй генә конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашманыҡ, республика, Рәсәй кимәлендә урындар яуланыҡ. Һәр саҡ уҡыусыларымды ижади яҡтан үҫтерергә тигән маҡсат ҡуйҙым. Бер нисә йыл хаҡлы ялда булһам да, мәктәптән айырыла алмайым, уҡытыусылыҡ – яратҡан эшем, яҙмышым. Балалар менән эшләүҙән бер ваҡытта ла туйманым, ялҡманым. Әгәр эшемде яратмаһам, 42 йыл ошо өлкәлә хеҙмәт итә алмаҫ инем. Аллаға шөкөр, хеҙмәтемдең татлы емештәрен татып, хөрмәтен тойоп йәшәйем. Маҡтаулы исемдәр ҙә бирҙеләр, гранттар ҙа яуланым, - ти Миңзәлә Хәлилова. БДУ-ның III курсында уҡыған саҡта ошо Ҡоръятмаҫ ауылы егете Варис Сәмиғулла улы менән донъя ҡоралар. Бөгөн улдары Линар һәм Азат ғаиләләре менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Уларҙың балалары – өләсәй менән олатайҙың өйөндә көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡ. Миңзәлә Вәсил ҡыҙы – бына тигән баҡсасы ла. “Шөкөр, быйыл да баҡсам мул уңышы менән ҡыуандырҙы. Айырыуса ҡарбуздың уңышы һөйөндөрҙө”, - ти Миңзәлә апай. Ысынлап та, уның социаль селтәрҙәге битләүендә баҡса тулып тәгәрәп ятҡан ҙур-ҙур ҡарбуз фотоларын күреп, күптәр ҡыҙыҡһына икән. - 17 августа – 60 йәшем тулған көндә – иң тәүгеһен өҙҙөк, 9,5 килограмм булды. Күптәре яҡынса ете килограмм тирәһе тарта. Үҙең үҫтергән еләк-емештең тәме бөтөнләй башҡа була бит ул. Ныҡ тәмле, шул тиклем ҡыҙарып бешкән үҙҙәре, - тип уртаҡлашты Миңзәлә Вәсил ҡыҙы. Абруйлы уҡытыусы, талантлы шағирә һәм яҙыусы Миңзәлә Хәлиловаға “Башҡортостан” гәзите ойошторған конкурста ла уңыштар теләйбеҙ! Фото шәхси архивтан.