Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төлкөләр пассажирҙарҙы ҡаршылай...

Башҡортостанда Инйәр станцияһында төлкөләр поезд пассажирҙарын ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән. Был хаҡта “Телеграмма РЖД” телеграм-каналы хәбәр итә. Төлкөләр Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан станцияға килә. “Кейектәр агрессив түгел, ҡыҙыҡһыныусан, ашарға һорарға ғәҙәтләнгәндәр”,– тип яҙа телеграм-канал. “Роспотребнадзор” был йәһәттән халыҡты һаҡ булырға саҡыра, йыртҡыстарҙың зыян килтереү ихтималлығын иҫкәртә. ”Улар нисек кенә һөйкөмлө булып тойолмаһын, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡырағай хайуандарҙың инфекция сығанағы булыуы мөмкин”,– тип хәбәр итә ведомство. Төлкөләр араһында ҡотороу сире таралыуы билдәле, кешеләрҙең вирус менән зарарланыуы буйынса төлкөләр башҡа ҡырағай хайуандар араһында беренсе урында тора. Фото:Телеграмма РЖД