Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡабаҡтарығыҙ уңдымы? Ҡайҙа итергә белмәйһегеҙме?

Популяр йырҙар авторы, “Дуҫлыҡ моңо-2002” конкурсы еңеүсеһе, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Сибәғәтуллин талантлы йырсы, йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, оҫта баҡсасы ла икән. Бәйләнештә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Быйылғы ҡабаҡ уңышы! Ауырлығы, фотоға төшкәнсе саҡ күтәреп торҙом. Айырыуса беҙ ҡабаҡтан һут эшләйбеҙ. Тәмле лә, файҙалы ла", – тип пост һалғас рецепт менән бүлешеүен һораныҡ. Илшат Сибәғәтуллин “Башҡортостан” гәзитенә менән ҡабаҡтан һут әҙерләү рецебын тәҡдим итте: - Уны әҙерләү бик ябай. Ҡабаҡты ҡабығынан таҙартаһың. Шәкәр шаҡмағынан ҙурыраҡ итеп турайһың. Дүрт килограмм ҡабаҡҡа ярты килограмм шәкәр, ике балғалаҡ лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡабаҡты һауытҡа тултырғас, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың. 15-20 минут ҡайнар һыуҙа бешерәһең. Бешкәнен бысаҡ менән сәнсеп ҡарарға була. Бешкән массаны блендер, йә булмаһа бәрәңге төйә торғаны менән иҙергә. Пюре һымаҡ булғас, шәкәр, кислота ҡушабыҙ. Ҡайһы бер кеше әфлисун һала, мин уның урынына магазин һуты алам. Бер ҡап персик, алма йәки әфлисун һуты ҡушып 10 минутлап ҡайнатаһың да стерилләнгән банкаларға һалып, ябып ултыртаһың. Әсемәй ҙә, ҡапҡасы атылмай ҙа. Баҙға төшөрөп ҡуябыҙ. Ҡыш буйынса эсәбеҙ. Фотолар Илшат Сибәғәтуллиндың шәхси архивынан. Материалды ҡулланғанда баҫмаға һылтанма биреү һәм авторын күрһәтеү мотлаҡ.