Арабыҙҙа яҡшылыҡ эшләргә тырышып торған изге йәнле кешеләр булғанда йәмғиәтебеҙҙең киләсәге бар. Яңыраҡ Бөрйән районында бер эшҡыуар халыҡҡа бушлай иген таратыуы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ, әле иһә ошондай уҡ хәл Архангел районында булған. Ошо хаҡта "Инйәр" гәзитендә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ хәбәр итте. ...Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылынан Юлай Ураҙғолов инде биш йыл Архангел районында үҙенең магазинын тота икән. Бөгөн Юлай Рәлис улы - үҙенең үҫеш юлын тапҡан, аяҡта ныҡлы баҫып торған эшҡыуар. Ул киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән янып йәшәй. — Үҙ эшен башларға теләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? - тигән һорауға ул: "Иң беренсе ихтыяр көсө, маҡсатың булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, ялҡауланһаң, эшең алға бармаясаҡ. Бар көсөң менән тырышырға кәрәк", — тине. Ысынлап та, һәр бер эштең дә асылына төшөнөү өсөн егәрлелек, сабырлыҡ кеүек сифаттарҙы үҙ итергә кәрәк. Үҙенең тырышлығы, ябайлығы менән үрнәк булған, заманға ла яраҡлашырға тырышҡан Юлай Ураҙғоловҡа һоҡл