ҺАҒЫШ ЙЫРЫ Нисәнсе йыл инде яҙҙы яңғыҙБик моңайып ҡаршы аламын. Болондарҙан умырзая йыйып,Әсәм ҡәберенә һаламын. Күҙҙәремде йомоп уйға сумып, Һөйәләмен яңғыҙ ҡайынға. Был донъяла ары йәшәр өсөнҠайҙан көс-хәл тағы йыйырға? Күҙ йәштәре тама, күҙ йәштәреӘсеттереп аға яңаҡтан. Был донъянан киткән кешеләрҙеҠайтарып та булһасы яңынан. Өйгә ҡайтһам, унда бушлыҡ кеүек,Кемдер етмәй һәр саҡ эргәлә.Әсәйемдән ҡалған бер ҡомартҡы -Гармун тынып ҡалған бүлмәлә. Саң баҫмаһын тиеп, ул гармундыҠулға алам, һуҙам күреген:Һағышлы ла булып һуҙылаларЕтемлектә үткән ғүмерем. Өй алдындағы баланды Ҡыҙғанам киҫтерергә. Был ғүмерҙәр гөлдәр түгел,Һыу һибеп үҫтерергә. Ер әрселә ҡалын ҡарҙанЙылғалар сыға ярҙан. Яҙғы һыуҙай йөрәк ярһый,Хоҙайым, бирсе ярҙам. Алмас ХУЖИН.