Нуриман районы дауаханаһының автогаражы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ике “LADA” машинаһы менән тулыланды. Яңы автомобилдәр туҡтауһыҙ эш өҫтөндә. Әлеге ваҡытта улар пациенттарҙы медицина учреждениеларына илтеү, табиптарҙы ауылдарға алып барыу өсөн файҙаланыла. Ауыл халҡының хәҙер дарыу препараттарын ваҡытында алыу һәм биологик материалдарҙы дауаханаға артабан тикшереү өсөн ебәреү мөмкинлеге артты. –Бөгөнгә автомобилдәр 1095 саҡырыу буйынса юлға сыҡҡан, тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәткән. Яңы транспорт саралары медицина хеҙмәткәрҙәренә тейешле урынға тиҙ барып етергә мөмкинлек бирә. Машиналар аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттарҙы медицина учреждениеһына илтеү өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған, – тине дауахананың баш табибы Салауат Ғайсин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлк