Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Берәүҙәрҙе ҡаршы алабыҙ, икенселәрҙе оҙатабыҙ

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итте. Ватан һаҡсыларын Өфөлә Совет майҙанында ҡаршы алдылар. Унда яугирҙәр Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яугирҙәргә махсус хәрби хәрәкәттәр барышында күрһәткән батырлыҡтары һәм тәүәккәллектәре өсөн рәхмәт әйтте. – Һеҙҙе тыуған башҡорт ерендә сәләмләйем. Барығыҙҙы ла иҫән-һау күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Бөтә республика, бөтә ил һеҙҙең менән ғорурлана. Һеҙ ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы профессиональ рәүештә хәл итәһегеҙ һәм Ватаныбыҙҙы батырҙарса яҡлайһығыҙ. Һеҙгә яҡындарығыҙ араһында ял итеүегеҙҙе, тыуған ерегеҙҙән көс йыйыуығыҙҙы теләйем, — тине сығышында Ирек Сәғитов. Фото: Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың телеграм-каналынан алынды.