Ираҡтағы туй тамуҡҡа әйләнә. Ҡыҙыл ярым ай ойошмаһы хәбәр итеүенсә, тантаналы сарала янғында 450-нән ашыу кеше һәләк булған. Фажиғәгә фейерверктар сәбәпсе булыуы ихтимал. Фажиғә булыр тип кем уйлаһын. 26 сентябрҙә кис ҡунаҡтар Ханин һәм Ревандың туйына йыйыла. Билдәһеҙ сәбәп менән тантаналы саралар залында янғын сыға. Урындағы полиция мәғлүмәттәре буйынса, туйҙа меңгә яҡын ҡунаҡ булған. Ираҡ полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, Хамдания районында туйҙа 100-ҙән ашыу кеше һәләк булған, тағы ла 150 кеше яралана, ә Ҡыҙыл ярым ай ойошмаһы иһә 450 кеше һәләк булыуы мөмкин тип белдерә. Улар араһында балалар ҙа бар. Уттан иҫән сығып ҡалған кешеләр әйтеүенсә, бер нисә секунд эсендә ялмап алған янғын зал эсендә кейәү менән кәләштең вальс бейеүе алдынан фейерверктан сыҡҡан. Видеояҙманы ҡарауы ҡурҡыныс: яңы өйләнешкән пар залда әкрен генә бейей. Ханин ниндәйҙер мәлдә ҡурҡыуынан борола һәм стеналар буйлап ялҡындың тиҙ күтәрелеүен, ә һуңынан ҡыйыҡтан янған материалдың төшөүен күрә. Ғауға башлана: 900-гә