2023 йылдың 29 сентябрендә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта Яңы эш башлаусы эшҡыуар көнө уҙа. Сара бөгөнгө эшҡыуарҙар һәм үҙ эшен асырға ниәтләгәндәр өсөн тәғәйенләнгән.Ҡатнашыусылар өсөн:- эшсе яллауҙан хәүефһеҙ сығыу кейстары әҙерләнгән,- бизнесты башлап ебәреү буйынса оҫталыҡ дәресе,- остаздарҙан шәхси консультациялар уҙғарыласаҡ.Шулай уҡ Рәсәйҙәге эшҡыуарлыҡ һәм франчайзинг, башланғыс капиталһыҙ үҙ бизнесыңды асыу тураһында һүҙ барасаҡ.Спикерҙар: Сергей Черкасов - Стратегик башланғыстар агентлығының стратегия буйынса генераль директор кәңәшсеһе, «Технология һәм эшҡыуарлыҡ» дивизионы директоры; Константин Урванцев – эшҡыуар , FranchCamp һәм 23 илдә эшләп килгән «Альтаирика» халыҡ-ара франшизаһына нигеҙ һалыусы; Александр Кравцов – «Руян» компанияһына һәм «Экспедиция» брендына нигеҙ һалыусы; төньяҡ аш-һыу ресторандары селтәре, Мәскәү өлкәһендә креатив-парк хужаһы, «Экспедиция-Трофи» ярыштарына нигеҙ һалыусы; Андрей Мороз – ресторатор, HoReCa һәм Retail өлкәһендә эксперт, Рәсәйҙең ҡунаҡсыл