Бөрө ҡалаһының телмәре боҙолған уҡыусылар өсөн коррекция мәктәп-интернаты «Герой партаһы» тигән Бөтә Рәсәй патриотик проектына ҡушылды. Герой партаһында батырҙың фотоһүрәте ҡуйыла, уның биографияһы, ҡаҙаныштары яҙыла. Был парта артына уҡыу алдынғылары, активистар, спорсылар ултыра. Проекттың маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү. Ошо көндәрҙә Бөрө ҡалаһының коррекция мәктәп-интернатында “Герой партаһы” асылды. Был парта ошо мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егет Эмиль Кәшәфетдинов иҫтәлегенә асылды. Уның артына мәктәптең иң тырыш, иң һәләтле уҡыусылары ғына ултырырға лайыҡлы. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының махсус белем биреү бүлеге етәксеһе Миләүшә Латипова ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, “Герой партаһы”н асыуҙың мәктәп тормошонда мөһим ваҡиға булыуын билдәләне. Был партаның уҡыусылар өсөн яҡшы уҡыуға, спортта, ижадта, хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә этәргес булырына ышаныс белдерҙе. Уҡытыу