Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы ла алыҫ тарафтарға юлландылар

Махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң фронтҡа китте. Тантаналы оҙатыу 27 сентябрҙә “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Һалдаттарҙы оҙатырға уларҙың туғандары һәм яҡындары килде. Тантанала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Хөсәйенов, Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Муллайәнов, Башҡортостандың хәрби комиссарының тыл буйынса урынбаҫары, подполковник Олег Летов ҡатнашты. Яугирҙәр өсөн Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны. Александр Лопухов хәрби хеҙмәткәрҙәргә сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте: “Ҡәҙерле яҡташтар! Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң хеҙмәт урынына китәһегеҙ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән һеҙгә хәйерле юл теләктәрен еткерәм, бөгөн оҙатҡан составта еңеү менән тиҙерәк өйгә ҡайтығыҙ. Шулай уҡ Радий Фәрит улы һеҙгә хәрби хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур ихтирам һүҙҙәрен еткереүҙе һораны. Мин һеҙгә уңыш теләйем һәм ғаиләләрегеҙ өсөн борсолмауығыҙҙы һорайым. Улар тураһында хәстәрлек күреү дәүләт власының бөтә кимәлдәрендә өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Улар –муниципалитеттар, республика органдары, Хөкүмәт – барыһы ла һеҙҙең ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк”. Шулай уҡ майҙанда Бөтә Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҙа булды. Улар хәрбиҙәргә балаларҙан дәртләндереү һүҙҙәре һәм изге теләктәр яҙылған хаттарытапшырҙы. Тантананан һуң яугирҙәргә туғандары менән хушлашырға бер нисә минут ваҡыт бирелде. Һуңынан улар юлға сыҡты. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: panoramarb.ru