26 сентябрҙә Өфө егете Георгий Ветошниковтың ҡаһарманлығына 80 йыл тулды. Уның исеме «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составына ингән инженер-сапер ротаһына бирелгән. Яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшләнеүе хаҡында «Республика Башкортостан» гәзитенә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов һөйләне. - 80 йыл элек Георгий Ветошников взводы, фашизм менән һуғыша-һуғыша, Днепр йылғаһы аша сыға. Хәҙер бөтәһе лә ҡабатлана, беҙҙең егеттәр СВО-ла ла шул бурысты үтәй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек сиктәрендә беҙ 2020 йылда беҙгә яҡын булған теманы эҙләнек. Колледжыбыҙҙың дөйөм ятағы Советтар Союзы Геройы Ветошников урамында урынлашҡан. Уның йорто беҙҙең ятаҡ һәм лаборатория урынлашҡан урында ине. Архивҡа мөрәжәғәт итеп, биографияһын, уның батырлығын өйрәндек. Баҡылағы һәйкәл тураһында мәғлүмәт билдәле булды. Һәм беҙ фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙек, унда Рәсәйҙең Азербайжандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле лә ҡатнашты. Конференцияла бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Беренсенән, дөйөм ятаҡта геройҙың барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыу инициативаһы менән мөрәжәғәт итергә. Икенсенән, Баҡыға барып, обелискты тергеҙергә. Өсөнсөнән, колледж эсендә тарихи экспозиция булдырырға. Мемориаль таҡтаташ ҡуйылғас, йыл һайын 9 Майға почетлы ҡарауыл ҡуясаҡбыҙ, сәскәләр һаласаҡбыҙ. Был сараға ошо биҫтәнең бөтә уҡыу йорттарын йәлеп итеү ҙә күҙаллана - дүрт колледж һәм ике юғары уҡыу йорто һәм бер нисә мәктәп. Был үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өлгөһөнә әйләнеүе ихтимал. Осрашыуға еңеү менән ҡайтасаҡ Ветошников исемендәге саперҙар бригадаһы яугирҙәрен саҡырасаҡбыҙ, - тине ул. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/Vremya%20geroev/2023-09-26/80-let-nazad-sovershil-podvig-geroy-v-chest-kotorogo-nazvana-bashkirskaya-inzhenerno-sapyornaya-rota-na-svo-3455082 Фотола Ришат Сабитов Геройҙың туғаны менән (УТЭК архивынан).
Советтар Союзы Геройының батырлығын иҫкә төшөрҙөләр
27 сентября 202327 сен 2023
1 мин