“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы (национальный проект “Производительность труда” ) Башҡортостандың өс компанияһы вәкилдәре “Етештереүсәнлек лидерҙары” идара итеү кадрҙарын уҡытыуҙың федераль программаһын тамамланы. “Яңы технологиялар”, “Мәләүез минераль ашламалар”, “Контроль пакет” предприятиеларының биш етәксеһе үҙҙәренең квалификацияһын күтәрҙе. Уҡыу курсы алты айға һуҙылды. Дәрестә ҡатнашыусылар үҙҙәренең белемдәрен стратегик планлаштырыу, маркетинг һәм һатыу өлкәһендә киңәйтте, шулай уҡ производство һәм персонал менән идара итеү алымдарын да үҙләштерҙе. -“Етештереү лидерҙары” – уникаль программа , ул иң яҡшы донъя компетенцияларына нигеҙләнгән.“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы компания өсөн прораммала ҡатнашыу федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарылды, - ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 п