Найти в Дзене

Бер юлы өс ауылда медицина пункты була

Благовар районының Западный, Домбровка, Топоринка ауылдарында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары конструкциялары урынлаштырыла. Биналар төҙөлөп бөтөү алдында. Тәҙрә һәм ишектәр ҡуйырға ғына ҡалған.Бер үк ваҡытта коммуникацияларға тоташтырыу, һыу һәм канализация селтәрен һалыу эштәре бара. Йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар килтерелә. Благовар районы хакимиәте биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм юлдар һалыу буйынса эштәрҙе планлаштырған. –Беҙ оҙаҡламай яңы модулле ФАП-тарҙың эшкә тотоноуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.Заманса технологиялар ярҙамында табиптар һанлы системанан файҙалана аласаҡ, ә пациенттарға телемедицина консультацияларын алыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Хәҙер халыҡ йәшәгән урынында диспансерлаштырыу, вакцинация, медицина тикшеренеүҙәрен үтә ала, – тине үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмаз Заһиҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын

Благовар районының Западный, Домбровка, Топоринка ауылдарында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары конструкциялары урынлаштырыла. Биналар төҙөлөп бөтөү алдында. Тәҙрә һәм ишектәр ҡуйырға ғына ҡалған.Бер үк ваҡытта коммуникацияларға тоташтырыу, һыу һәм канализация селтәрен һалыу эштәре бара. Йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар килтерелә. Благовар районы хакимиәте биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм юлдар һалыу буйынса эштәрҙе планлаштырған. –Беҙ оҙаҡламай яңы модулле ФАП-тарҙың эшкә тотоноуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.Заманса технологиялар ярҙамында табиптар һанлы системанан файҙалана аласаҡ, ә пациенттарға телемедицина консультацияларын алыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Хәҙер халыҡ йәшәгән урынында диспансерлаштырыу, вакцинация, медицина тикшеренеүҙәрен үтә ала, – тине үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмаз Заһиҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.