“Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Туймазы төбәге нефть һәм газ сығарыу хеҙмәткәрҙәре "Экология" милли проекты сиктәрендә барған “Йәшел Башҡортостан” республика экологик акцияһын тормошҡа ашырыуға өлөш индерҙе. Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан нефтселәре ҡала хакимиәте, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре менән берлектә Нефтселәр паркында күк шыршы ултыртты. Ултыртылған ағастарҙың йәшен иҫәпкә алғанда, киләһе бер нисә йылда уҡ улар парк киңлегенең биҙәге була ала. Октябрьскийҙа ҙур күк шыршылар ултыртыу нефть һәм газ сығарыу предприятиеһының тәүге тәбиғәтте һаҡлау башланғысы түгел. Апрелдә Краснохолм нефть һәм газ табыу төбәге хеҙмәткәрҙәре Яңауыл районында 200 ҡайын ултыртты, ә бер айҙан Асҡын урман хужалығы, Башҡортостан ауыл хужалығы профессиональ колледжы һәм “Танып” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Асҡын районында тағы 4,5 мең себер шыршыһы үҫентеһе ултыртты. Әлеге в