Баш ҡалабыҙҙың юғары кимәлдәге абруйлы йыйындар үҙәгенә әүерелә барыуы бәхәсһеҙ. Киләһе өс көнгә ул илдең энергетика үҙәге лә булып торасаҡ – бөгөн бында Рәсәй энергетика форумы һәм ХХIХ “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе эшен башланы. Был вәкәләтле сарала Рәсәйҙең 20 төбәгенән һәм Беларусь, Ҡытай, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстандан энергетика тармағының 110 компанияһы ҡатнаша. Ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Форумдың маҡсаты - тармаҡ компаниялары, дәүләт власы органдары, ассоциациялар һәм ғилми йәмәғәтселек араһындағы диалог өсөн йоғонтоло майҙансыҡ булдырыу. Был конгресс-күргәҙмә сараһы йыл һайын үткәрелә. Форум “Рәсәйҙең энергетика тармағы үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре: бөгөнгө һәм киләсәк” тигән пленар ултырыш менән башланып китте, унда “Интер РАО” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Тамара Меребашвили тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Шунан һуң Башҡортостан